“Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында Республика Башлығы ҙурыраҡ ағас үҫентеләре ултыртырға ҡушты.
Башҡортостан “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, быйыл 60 мең төп ағас ултыртылған. “Республика урманды тергеҙеү буйынса илдә алдынғылар исемлегендә. 21 сентябрҙә Красноярск крайында Урман форумы үтә. Унда Башҡортостан вәкилдәрен бүләкләйәсәктәр, тантанаға саҡырыу алдыҡ”, тип белдерҙе ведомство етәксеһе.







