Башҡортостан игенселәре 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ йыйып алған

Гектар ҡеүәте уртаса 29 центнер. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, ураҡ тамамланып килә. “Майҙандарҙың 91 процентында эштәр теүәлләнде”, - тине министр.

Башҡортостан игенселәре 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ йыйып алған

Республикала шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу дауам итә. Был культура 19 районда үҫтерелә. “190 мең тонна татлы тамыр йыйып алдыҡ”, - тине Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостан игенселәре 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ йыйып алған

Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарында 97 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән, 13 мең тонна самаһы продукция сығарылған.

Фото №1 - Башҡортостан игенселәре 4 миллион 611 мең тонна ашлыҡ йыйып алған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ