Башҡортостан Башлығы шулай тип белдерҙе. Республикала йылытыу миҙгеле сентябрь аҙағында башлана. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре көн һайын һауа торошон күҙәтә. Күҙаллауҙар буйына 8 градус йылынан түбәнерәк һауа темпратураһы ай аҙағында ғына көтөлә. Әле йылытыу миҙгелен башлау иртәрәк. Радий Хәбиров социаль объекттарға, балалар баҡсаһы, мәктәп һәм дауалау учреждениеларына йылы биреүҙе айырым ҡарарға ҡушты.







