Өфөлә законһыҙ ҡомарлы уйындар ойоштороу менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөм ҡулға алынды

Ҡануниәтте боҙоуҙа 6 кеше ғәйепләнә. Улар фатирҙарҙы ҡуртымға алып уйын клубтары асыу менән шөғөлләнгән булған.

Һатып алынған компьютерҙарға ҡомарлы уйындар уҙғарыуға мөмкинлек биргән махсус программа тәьминиәте ҡуйылған. Уйын клубына ышаныслы клиенттарға ғына инергә рөхсәт бирелгән.

Фатир хужаларына был хаҡта хәбәр ителмәй. Быйыл йәй законһыҙ ҡомарлы уйындар ойоштороу менән шөғөлләнеүселәрҙең эшмәкәрлегенә туҡтатыла. Барлығы 30 берәмек уйын ҡорамалы тартып алына.

Фото №1 - Өфөлә законһыҙ ҡомарлы уйындар ойоштороу менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөм ҡулға алынды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ