Балаҡатай районында «Урал» мотоциклында хәрәкәт иткән 39 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә юл ситендәге ағасҡа бәрелә. Фажиғәгә тарыған водитель үлемесле яралана.
Мотоцикл хужаһының Мәсетле районындағы аварияла һәләк булған ир кеүек үк водитель таныҡлығы булмай. 42 йәшлек автоһәүәҫкәрҙең «Ниссан Альмера» автомобилендә юлдан ситкә түңкәрелгән. Руль артындағы ирҙең ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә.
Әбйәлил районында 48 йәшлек йәйәүле «Мицубиси Лансер» автомобиле аҫтында ҡалған. Силәбе өлкәһендә йәшәүсе кешенең ашығыс ярҙам килеп еткәнсе ғүмере өҙөлә. Водитель фажиғәгә тарыусының эскән булыуын һәм төнгө юлда кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмауын билдәләгән.




