Башҡорт фәнен донъяуи кимәлгә күтәреп

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө тикшеренеү үҙәге «Почёт Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бөгөн бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. 100 йыл эсендә Башҡортостан ғалимдары бик күп фәнни асыштар башланғысында тора.

Әлегәсә бер халыҡ та ете томлыҡ үҙ тарихын, телдең академик һүҙлеген төҙөүгә өлгәшмәгән. Бөгөн дә фән эшмәкәрҙәре ғилми эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Уҙған 100 йыллыҡҡа байҡау яһап, бөгөн тағы ла ҙур һәм әһәмиәтле маҡсаттар менән яңы быуатҡа аяҡ баҫты. Донъя ғалимдарының иғтибар үҙәгендәге фәндәр академияһы тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Институттың тел ғилеме бүлегендә йәнә бер ҙур фәнни хеҙмәт көтөлә. Башланғысҡа нигеҙ һалынған да инде. Ғалимдар башҡорт теленең этимологик һүҙлеген төҙөй. Ул Башҡортостан өсөн генә, төрки донъя халыҡтары өсөн дә мөһим ҡалыр тип көтөлә. Көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлегендәге кеүек.

Тимәк, киң ҡатлам йәмәғәтселеген уйландырыр, хаттаки ғәжәпләндерер фәнни асыштар яҡын киләсәктә көтөлә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең «Почет билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бөгөн туғыҙ бүлек эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым өлкәлә махсуслашыуына ҡарамаҫтан, бер фәнни эш башҡара. Археологтар ҡаҙылмаларҙан табылған таштарҙы өйрәнеп ҡайһы осорға, ниндәй мәҙәниәткә ҡарағанын билдәләһә, артабан тарихсылар уны төплөрәк итеп аңлатып бирә. Шулай уҡ этнология, фольклор, әҙәбиәтселәрҙе лә битараф ҡалдырмай.

Берҙәм хеҙмәт бөгөн донъя кимәлендә баһаланған. Әлегәсә бер халыҡ та ете томлыҡ үҙ тарихын, телдең академик һүҙлеген төҙөүгә өлгәшмәгән. Бөгөн дә ғалимдар халыҡ-ара кимәлгә сығырға иҫәп тота. Башҡорт әҙәбиәте тарихын инглиз теленә тәржемә ителә башлаған.

Әле өйрәнәһе материалдар ҙа бик күп. Был йәһәттән институт фондында һаҡланған ҡулъяҙмаларҙы миҫалға килтереү ҙә етә. Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиндың эштәре мәҫәлән, һаманғаса сер һаҡлай.

«Почет билдәһе» орденлы институт 100 йыллыҡты рухи күтәренкелектә оҙата. Юбилейға арналған сарала Башҡортостан фәне үҫешенә тос өлөш индереүселәр баһаланды. Филология фәндәре докторҙары Миңлеғәле Нәҙерғолов менән Гөлнур Хөсәйенова «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы, фән кандидаты Әхәт Сәлихов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шулай уҡ институттың башҡа ғилми хеҙмәткәрҙәре республика башлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө ведомстволарҙың Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының юбилей датаһына арналған саралар иртәгә лә дауам итә. «ХХ һәм ХХI быуаттарҙағы академия гуманитар фән: ҡаҙаныштар, тренд һәм перспектива үҫеше» исеме аҫтында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙасаҡ. Сарала Рәсәй һәм сит ил ғалимдарының да ҡатнашыуы көтөлә.

Фото №1 - Башҡорт фәнен донъяуи кимәлгә күтәреп

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ