«Киләсәк берҙәмлектә» тип исемләнгән концертҡа «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында ҡатнашыусылар шаһит булды. Радий Хәбиров күләмле мәҙәни сараны асып, Рәсәй һәм Белоруссия араһында хеҙмәттәшлек ептәре йылдан-йыл нығыуын билдәләне.
Республика сәнғәтен һәм мәҙәниәтен халыҡ-ара кимәлдә танытҡан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артистары Илшат Мөслимов менән Роберт Юлдашев, популяр йырсы Зилиә Бәхтиеваның сығыштарын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
Белоруссия исеменән иһә «Славянский базар», «Голос» проекттарында еңеү яулаған йәш артистар сығыш яһаны. Популяр йырсы Алена Ланская билдәләүенсә, ике республика, илдәр араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу мөһим.




