Бының өсөн Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы федераль күләмдәге ваҡиғалар тематикаһын уйларға тейеш.
Был турала Радий Хәбиров төбәктә туризимды үҫтереү мәсьәләләренә арналған осрашыуҙа белдерҙе. Унда рекреацион тармаҡтағы өҫтөнлөклө бурыстар тикшерелде. Туризм өлкәһе вәкилдәре ял индустрияһы һәм ҡунаҡсыллыҡҡа бәйле үҙ фекерҙәре һәм тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, туризмды үҫтереү менән даими шөғөлләнгән штаб ойоштороу мөһим. Башҡортостан туристар өсөн танырлыҡ һәм туристарҙы үҙенә ылыҡтарған төбәк булып ҡалырға тейеш, тине Радий Хәбиров.




