Беренсе тапҡыр ойошторолған сарала Беларусь, Тажикстан республикаларынан, илдең төрлө төбәктәренән делегациялар ҡатнаша.
Спикерҙар һәм эксперттар иҫәбе генә 500 тирәһе, ә ҡунаҡтар 5 меңдән ашыу. Донъяуи кимәлдәге конгрестың программаһы бай, тәүге ике көндә йөк автомобилдәре водителдәре һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашһа, бөгөн баш ҡаланың «Конгресс» паркында рәсми саралар барҙы. 4 мең квадрат метрҙа күргәҙмә эшләй, түңәрәк өҫтәлдәр, секциялар ойошторолған. Күләмле сарала БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова эшләне.
Былтыр «Ворлд скилс» халыҡ-ара чемпионаты уҙған майҙанда тағы ла йәнлелек. Тик был юлы павильондарҙа төҙөлөш һәм транспорт тармағына ҡағылған экспозициялар урын алған. Донъяуи кимәлдәге форумдың тап ошо ике йүнәлеште берләштереүе осраҡлы түгел, төҙөлөш һәм транспорт иҡтисадтың төп нигеҙе булып тора. Шуға күрә бында тармаҡты үҫтереү буйынса алдынғы эш алымдары, уңышлы тәжрибәләр ҡарала.
Төп темаларҙың береһе – транспорт һәм төҙөлөш тармағында һанлы технологияларҙы үҙләштереү. Мәҫәлән, фатир алыу процесын тулыһынса дәүләт хеҙмәттәре аша башҡарыу. Әле был проект ғәмәлгә индереүгә әҙерләнә. Башҡортостанда башҡа заманса һанлы алымдар ҙа уңышлы ҡулланыла.
Халыҡ-ара форумды тап Башҡортостан ҡабул итеүе осраҡлы түгел, республика автомобиль юлдары оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урын биләй, төҙөлөш тармағы ла йылдам үҫешә. Белгестәр тимер, һыу, һауа юлы аша тауар әйләнешен арттырыу, юл төҙөүҙә яңы технологяиларҙы ҡулланыу хаҡында ла фекер алыша.
Форумда эшлекле һөйләшеүҙәрҙән тыш тотош транспорт системаһының тарихы менән дә танышырға була. Боронғо кешеләр күберәк ат көсөнә мөрәжәғәт итһә, хәҙер транспорт төрҙәре күп, шуларҙың береһе һауа юлдары. Мәҫәлән, Күмертау заводының был вертолетын янғын һүндереү, ҡотҡарыу эштәрендә файҙаланырға мөмкин. Уның багы – 4 мең литрҙан ашыу.
Паркта 1 мең квадрат метр майҙан төҙөлөш, 3 мең квадрат метр биләмә транспорт тармағы өсөн бүленгән. Күргәҙмәнең йөкмәткеһе бай, экспозицияларҙа тарих менән заман берләшә. Белгестәр фекеренсә, экспозияциялар урынлаштырыу хеҙмәттәшлеккә юл асыуҙың иң һөҙөмтәле алымы. Бынан тыш, ошонда уҡ килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйыла. Мәҫәлән, Башҡортостан мәғариф министрлығы «Электрозавод» менән берлектәге эшмәкәрлек хаҡындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Йәғни, киләсәктә һөнәри уҡыу йорттарының студенттары был предприятиела практика үтә, эшкә урынлаша ала.
Форум сиктәрендә Өфөлә ике көн дауамында барған «Иң яҡшы йөк автомобиле водителе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. 10 тоннанан ашыу тартҡан транспорт сараһында ярышыусылар араһында Екатеринбургтан Андрианов еңеү яуланы. Ул 300 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
«Төҙөлөш һәм транспорт» халыҡ-ара конгресы иртәгә тамамлана, сарала ҡатнашыусыларҙы был көндә лә бай программа көтә, пленар ултырыш, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡаралған. Сарала сит ил делегациялары ҡатнаша.
Рәмзиә Кәримова




