Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге 14-се республика ҡурайсылар бәйгеһе тамамланды

Мәртәбәле сарала Башҡортостан район-ҡалаларынан, Марий Эл республикаһы, Краснодар крайы, Силәбе өлкәһенән барлығы өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.

Ансамблдәр араһында Әҙеһәм Исҡужин менән Буранбай сәсән исемендәге коллективтар беренсе урын алһа, солистар араһында еңеүселәр төрлө йәш арауығында билдәләнде. Бәхетле исемлектә Йылайырҙан Илһам Юлгилдин, Сибайҙан Динислам Утарбаев, Салауат районынан Ринат Нурмөхәмәтов менән Белореттан Ыласын Мәғәфүров та бар. Гран-приға Хәйбулла районынан Рәдиф Бохарбаев лайыҡ булды. Сара сиктәрендә «Ҡурайсыларҙың ғаилә династиялары» номинацияһы буйынса ла дипломдар тапшырылды.

Күләмле мәҙәни сара сиктәрендә данлыҡлы ҡурайсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға сәскә һалынды. Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов билдәләүенсә, Хәйбулла районындағы бәйгенең ҡурайҙа традицион башҡарыуҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Фото №1 - Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге 14-се республика ҡурайсылар бәйгеһе тамамланды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ