Мобилизация саралары бөгөн башлана. Саҡырылыусылар мәжбүри рәүештә хәрби әҙерлек уҙасаҡ.
Президент указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә запаста тороусы граждандар һәм беренсе сиратта Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт иткәндәр, билдәле бер хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм тейешле тәҗрибәгә эйә булыусылар саҡырыла. Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәт итеп, өлөшләтә мобилизация Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һәм урындағы халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителеүен белдерҙе.
Өлөшләтә мобилизация резервтағы яҡынса 300 мең кешегә ҡағыла. Был – дөйөм мобилизация ресурсының 1 проценты. Был турала Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу белдерҙе. Уның билдәләүенсә, өлөшләтә мобилизация ВУЗ-дарҙа уҡыусы студенттарға һәм әлеге ваҡытта илдең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеүселәргә ҡағылмай.







