Өфөлә Минск автомобиль заводының дилер үҙәге асылды

Объектты асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь республикаһы премьер-министры Роман Головченко ҡатнашты.

Биләмәлә тәҡдим ителгән махсус техника – Рәсәй машина төҙөү компаниялары менән берлектә ҡоролған. Ҡеүәтле илдәр импортты алмаштырыу йүнәлешендә берҙәм эш алып бара. Башҡортостанда инфраструктура булдырып, һатыу һәм хеҙмәтләндереү үҙәге ойошторолоуы хеҙмәттәшлек ептәрен тағы ла нығытасаҡ.

Минск автомобиль заводына ҡарата санкция иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, предприятие үҫеш юлында. Айырыуса импортты алмаштырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Компания етәкселеге Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәләрендә тормошҡа ашырылған күләмле инфраструктура проекттарында ҡатнашырға ниәтләй.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ