“Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ишембай районы Маҡар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре шишмәләрҙе төҙөкләндерә. Хажы ауылындағы Кесе ҡойо ла яңы һулыш алған. Биләмәлә башҡарылған эштәр тураһында киләһе сюжетта.
Ҡарағайлы тауы итәгендә урынлашҡан шишмә ҡойма менән уратыла. Маҡар урмансылығының Һәләүек урман участкаһы хеҙмәткәрҙәре халыҡ телендә Кесе ҡойо тип исемләнгән йәшәү сығанағы биләмәһе дәррәү төҙөкләндерә башлаған. Урындағы халыҡ шишмәне тергеҙеүҙә ҡатнашыусыларға оло рәхмәтле.
Маҡар урмансылығында 50-гә яҡын кеше эшләй. Улар тарафынан йәшеллекте һаҡлау, тергеҙеү, биләмәлә янғындарға юл ҡуймау буйынса ҙур эштәр башҡарыла.
Шишмәне уратып күк шыршы, миләш, йүкә ағастары ултыртылды. Кесе ҡойоға яңы һулыш ингәндәй булды. Ауыл халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға булдырылған тәртипте һаҡларға ғына ҡала.
Гөлназ Хәйбуллина







