Балтас районынан Сәхиповтар ғаиләһе тыуған ауылына ҡайтып емеш-еләк үҫтерә

Татлы бизнес. Тәүге үҫентеләрҙе ултыртҡандан һуң бер йыл үткәс, ер һәм ҡайын еләге тәүге емештәрен бирә башлай. Әле ғаилә башлығы эшҡыуарлыҡты үҫтерергә һәм яңы культураларҙы өйрәнергә ниәтләй. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Бешкән елөкте өҙөп алыу – иң яратҡан шөғөл. Сәхиповтар ғаиләһендә емеш-еләкте йыйыу кемдең эше, тигән һорау тормай. Атаһы менән әсәһенә ҡыҙҙары Әминә, Мәҙинә һәм Мәрйәм ярҙамлаша.

Былтыр ултыртылған 4 мең төп ер еләге аҙнаһына ике тапҡыр 100-150 килограммлыҡ уңыш менән ҡыуандыра. Мул уңыштың нигеҙе – бер ниндәй химикатһыҙ дөрөҫ тәрбиәләү һәм ваҡытында һыу һибеп тороу. Бының өсөн баҡсала махсус һуғарыу системаһы көйләнгән. 10-сы класта уҡ үҙ питомнигы тураһында хыялланған Илдар Сәхипов күрше төбәктә бизнесын ҡалдырып атайсалына ҡайта.

Хәҙер иһә еләкте ҡайҙа итергә, тигән һорау тыумай. Емеш-еләкте урындағы халыҡ та, башҡа район-ҡалаларҙан да, хатта күрше төбәктәрҙән дә һатып алалар. Ҙур булмаған биәләмәнән тонна ярымдан ашыу ер еләге йыйып алынған. Ҡурай еләге әлегә 300 килограмм уңыш биргән, емештәрҙең күбеһе киләһе аҙна бешеп сығасаҡ.

Эшҡыуарлыҡ планы менән Илдар Сәхипов район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Йүнселгә тупраҡ йомшартыусы менән һуғарыу системаһын һатып алыуҙа финанс ярҙам күрһәтелгән. Пландарҙа ер һәм ҡурай еләге майҙандарын үҫтереү генә түгел, күк көртмәле һәм айыу баланы сәсеп ҡарау.

Татлы бизнестан тыш, Сәхиповтар урындағы туризмды үҫтерергә ниәтләй. Тирә-яҡта йәйәү һәм һыбай йөрөү өсөн урын күп, ти ғаилә башлығы. Туристарға яҡшы шарттар булдырыу өсөн әле үк ҡунаҡ йорттары әҙерләнә. Эшҡыуарҙар Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы программаларында ҡатнашып төрлө яҡлап ярҙам алыуға ирешә ала. Республикала башлыса Агростартап һәм Ғаилә фермаһы программалары уңышлы эшләй. Сәхиповтар агротуризмды үҫтереү маҡсатында 10 миллион һумға тиклем федераль грантын еңә ала.

Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә яңы эшләй башлаусыларға Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ла тәүге аҙымдарҙы яһарға ярҙам итә ала. Бының өсөн тәжрибәле остаздар алып барыуында уҡытыу программалары булдырылған. Бынан тыш, субсидия һәм гранттар ҡаралған.

Грант алыу буйынса икенсе этап 30 сентябргә тиклем дауам итә. Тәжрибәле эшҡыуарҙарҙы ғына түгел, яңы эш юлын башлауысыларҙы беҙҙең министрлыҡта көтәбеҙ. Төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышырбыҙ.

Алиса Ғибәҙуллина, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары

Төрлө яҡлап күрһәтелгән мөмкинлектәр эшҡыуарҙар алдында яңы офоҡтар аса. Уларҙы ҡулланыу һәр кемдең үҙенән тора.

Фото №1 - Балтас районынан Сәхиповтар ғаиләһе тыуған ауылына ҡайтып емеш-еләк үҫтерә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ