Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев һөйләй.
Конференцияға ислам дине тарихына арналған ғилми сығыштар, Рәсәй ислам университетында һаҡланған дини китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителә. “Күләмле сараның тап Өфөлә үтеүе ҙур мәртәбәгә эйә”, ти тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов.
Сара 3 көн дауам итә. Иртәгә Өфөлә Рәсәй ислам университетының яңы уҡыу бинаһы асыла.







