Башҡортостан һәм Беларусь хеҙмәттәшлекте нығыта

Республика Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты. Союздаш дәүләт делегацияһы Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында ҡатнаша. Осрашыуҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостан һәм Беларусь араһында тауар әйләнеше арта. Быйыл ул 300 миллион доллар булыуы көтөлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфө һәм Минск араһында оҙайлы хеҙмәттәшлек программалары ҡабул ителде.

Башҡортостан һәм Беларусь хеҙмәттәшлекте нығыта

         Беларусь Премьер-министры Роман Головченко билдәләүенсә, Башҡортостанға ҙур делегация килде. Сәфәр барышында төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала. Бөгөн Өфөлә “АМКОДОР” заводына нигеҙ һалына. Бында игенде эшкәртеү ҡоролмалары сығарыласаҡ.

Башҡортостан һәм Беларусь хеҙмәттәшлекте нығыта

         Радий Хәбиров һәм Роман Головченко Республика менән идара итеү үҙәге эше менән танышты, Башҡортостан һәм Беларусь сәнғәт оҫталары концертын ҡараны. Республика Башлығы Беларусь Премьер-министрын Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Беларусь хеҙмәттәшлекте нығыта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ