Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Радий Хәбиров менән Роман Головченко Өфөнөң Еңеү паркында булып, ике республика халҡы исеменән Советтар союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ ҡаһарманлығына ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалды.

«Мәңгелек ут» янында ойошторолған тантаналы митингта Белоруссия делегацияһы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм ҡала хакимиәте етәкселеге лә ҡатнашты. Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ватан һаҡсылары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Фото №1 - Бер кем дә, бер  нәмә лә онотолмай

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ