Боронғо халыҡ кәсебен балаларға

Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылында бер- нисә йыл рәттән ҡортсолоҡҡа өйрәтеү буйынса түңәрәк эшләп килә. Халыҡ кәсебе буйынса үҫмерҙәргә өҫтәмә белем биреү дәрестәре хаҡында киләһе яҙмала.

Бөгөн мәктәптән тыш белем һәм тәрбиә биреү өлкәһе үҙ мөмкинлектәрен ҡабаттан барлай, уҡыусы менән педагог араһында хеҙмәттәшлек һәм тиҫтерҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә яңы биттәр өҫтәй. Иҫке Туҡмаҡлы ауылы мәктәбендә «Йәш умартасы» түңәрәге бер-нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Уны өҫтәмә белем биреү буйынса педагог Гөлшат Сафина етәкләй.Түңәрәктә ике тиҫтәнән ашыу бала умартасы һөнәре серҙәренә төшөнә. Етәкселәре һәр балала үҙ эшенә яуаплылыҡ тойғоларын тәрбиәләргә ынтыла.

Уҡыу йылы барышында үҫмерҙәр умартасылыҡ эше үҫешен, бал ҡорттары ғаиләһе составын, умарталар төҙөлөшөн, умартасылыҡ продукцияһының үҙенсәлектәрен һәм шифаһын өйрәнә. Бал ҡорттары менән эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһы, гигиена һәм умарталыҡта үҙеңде тотоу талаптары ла уҡыу программаһына ингән.

Уҡытыусылары менән берлектә аҙнаға бер тапҡыр уҡыусылар умарталыҡҡа практик дәрестәргә бара. Әлеге мәлдә малай-ҡыҙҙар бал ҡорттары ғиләләренә көҙгө ревизия яһау эшен күҙәтә һәм өйрәнә ала.

9-сы класта белем алған Радмир Фәйзуллин умартасылар түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй. Ҡортсолоҡ хаҡында тәүге дәрестәрҙән үк боронғо кәсепкә ылығыуы артҡан.

Гөлшат Сафина егәрле һәм таҙалыҡты яратҡан йән эйәләре хаҡында балаларға сәғәттәр буйына мауыҡтырғыс итеп һөйләй ала. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан фән һәм мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған. Йәш умартасылар түңәрәгендә теләге булған һәр үҫмер шөғөлләнә ала. Иң төп талап – түңәрәккә килгән уҡыусы тырышып уҡырға һәм тәртипле булырға тейеш.

Фото №1 - Боронғо халыҡ кәсебен балаларға

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ