Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына фәлсәфәүи ҡараш

Мәжит Ғафуриҙың фәлсәфәүи фекере һәм «Диңгеҙ» метафоры тип исемләнгән монография донъя күрҙе.

Ғилми эштең презентацияһы халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студентттар ҡатнашлығында үтте. 100 биттән ашыу торған ғилми хеҙмәт – фәлсәфә фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм культурология кафедраһы профессоры Аркадий Лукьяновтың 12 йыллыҡ әҙләнеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе.

Мәжит Ғафури исемендәге йәмәғәт премияһы лауреатының ғилми эше «Сурағол» нәшриәтендә баҫтырылған. Ғилми хеҙмәт «ХХI быуат-Мәжит Ғафури мәҙәни фонды» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында нәшер ителгән. Сара барышында халыҡ яҙыусыһы ижадын һәм әҙәби мираҫын мәңгеләштереүҙәге эшмәкәрлеге өсөн яҙыусы Рәмил Сурағолға Мәжит Ғафури исемендәге йәмәғәт премияһы тапшырылды.

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына фәлсәфәүи ҡараш

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ