Өфөлә Бөйөк Болғарҙың ислам динен рәсми ҡабул итеүенең 1100 йыллығына арналған саралар башланды

Ул Башҡортостанда өс көн дауам итер тип көтөлә. Бөгөн «Торатау» конгресс-холында форумды асыу тантанаһы үтте.

Уның барышында «Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек» тип исемленгән XVI ғилми-ғәмәли конференцияға бәйле саралар планы барланды. Форумдың тап Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Ислам диненең тарихи Башҡортостанға үтеп инеүенә мосолман илдәре менән VIII-IX быуаттарҙа урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Был турала төрлө сәйәхәтселәр тарафынан яҙып ҡалдырылған ҡулъяҙмалар ҙа һөйләй.

Форум өс көнгә иҫәпләнгән. Сара сиктәрендә Рәсәй Ислам университетының ике яңы корпусы файҙаланыуға тапшыраласаҡ. Һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йортона ҡарата иғтибар артыуға бәйле, бина майҙанын киңәйтеү көн ҡаҙағына сығарылды. Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит ил вәкилдәре лә Өфөгә теләп уҡырға килә.

Университет фондында һаҡланған ҡулъяҙмалар донъяуи йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындыра. Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдин, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек күренекле башҡорт мәғрифәтселәренең эштәре шулар иҫәбендә. Әйткәндәй, Рәсәй Ислам университетына үҙ йорттарында һаҡланған боронғо китаптарҙы уҡырға өйрәнергә теләп килеүселәр ҙә юҡ түгел.

Фото №1 - Өфөлә Бөйөк Болғарҙың ислам динен рәсми ҡабул итеүенең 1100 йыллығына арналған саралар башланды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ