Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһында указы – мәжбүри, әммә кәрәкле һәм төплө уйланылған ҡарар.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Республика башлығы билдәләүенсә, илебеҙгә, беҙҙең бөтәбеҙгә лә тышҡы яҡтан ҙур баҫым яһала.

– Әммә беҙ бирешмәйбеҙ, сөнки Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй донъялағы элекке абруйын кире ҡайтара. Хәрби, иҡтисади ҡеүәтте үҫтерә. Яңынан ысын мәғәнәһендә көслө державаға әүерелә, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең бурыс – Ватанды, алдағы референдумдарҙа үҙ ихтыярын белдереп, Рәсәйгә кире ҡайтырға теләгән Донбасс, Херсон, Запорожье халҡын һаҡлау өсөн берҙәм фронт булып сығыш яһау. Мобилизация тураһында ҡарар бөтә ир-егеттәргә лә ҡағылмай. Запастағылар, хәрби тәжрибәһе, хәрби-иҫәп белгеслеге һәм һаулығы ныҡ булғандар хаҡында һүҙ бара, тине Башҡортостан етәксеһе.

Фото №1 - Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ