«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара форумы йыл һайын ойошторолорға тейеш

Был турала Радий Хәбиров сараның пленар ултырышында белдерҙе. Тәүге тапҡыр ойошторолған форумда илдең төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша.

Спикерҙар һәм эксперттар иҫәбе генә 500 тирәһе, ә ҡунаҡтар 5 меңдән ашыу. Ә иң ҙур делегация Беларусь Республикаһынан, беҙҙең стратегик партнер, тине Башҡортостан башлығы был хеҙмәттәшлекте баһалап.

Форумдың күргәҙмәләр павильондары оло бер ҡаласыҡты хәтерләтә, бында төҙөлөш өлкәһендәге һуңғы технологиялар менән танышырға ла, транспорт системаһының бар үҫеш тарихын күрергә лә мөмкин. Ат көсөнән башлап ҡеүәтле йөк автомобилдәренә, вертолеттарға тиклем. Белгестәр фекеренсә, күләмле экспозициялар эшлекле партнерҙар табырға булышлыҡ итә, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә нигеҙ һала. Импортты алмаштырыу шарттарында был айырыуса мөһим, сөнки төҙөлөш өлкәһе лә, транспорт системаһы ла бер урында тормай.

Халыҡ-ара форумда Беларусь республикаһы премьер-министры Роман Головченко рәйеслегендәге делегация ла ҡатнаша. Роман Головченко үҙ сығышында һуңғы осорҙа Белоруссия предприятиеларының яңы эшлекле партнерҙар эҙләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беҙ төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әммә мөмкинлектәр тағы ла киңерәк, тине ул.

Форумда ҡаралған төп темаларҙың береһе һәр системаны һанлы форматҡа күсереү менән бәйле. Мәҫәлән, тимер юлы селтәрендә. Әле Һамар өлкәһенең Кинель ҡалаһында һанлы тимер юл станцияһы пилот проекты тормошҡа ашырыла. Ә Башҡортостанда поездарҙың тормозын тиҙ тикшереү технологияһы һынау үтә. Заман яңылыҡтары һәр өлкәлә лә үҙләштерелә. Улар барыһы ла халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Форум сиктәрендә хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә лә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Башҡортостан менән Белрусия хәҙер юл буйы сервисы объекттарын төҙөү, пилотһыҙ авиация системаһы полигонын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк.

Фото №1 - «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара форумы йыл һайын ойошторолорға тейеш

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ