«Россельхозбанк»тан федераль белем биреү проекты

Илдең 22 төбәгендә 650 ашыу аграрий ошо проект буйынса «Фермер мәктәбен»дә белем аласаҡ.

Башҡорт дәүләт аграр университетында 40 фермер парта артына ултырҙы. Улар төбәктә «Ит етештереү» һәм «Һөт етештереү» йүнәлештәрендә белем аласаҡ. Курс ике ай ярымға иҫәпләнгән. Фермерлыҡта тәүге аҙымын яһаусылар табышлы агробизнесты өр-яңынан башлаһа, тәжрибәле коллегалары үҙ хужалыҡтарында тағы ла һөҙөмтәле эшләр тип күҙаллана.

«Фермер мәктәбенә» уҡырға килеүселәр араһында Ғафури районы Юлыҡ ауылынан «Хәләл Еҙем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт вәкилдәре лә бар. Иттән ярымфабрикаттар етештереүселәр фермер мәктәбендә белем һәм тәжрибә туплап, эшҡыуарлыҡты тағы ла күләмлерәк алып барырға ниәтләй.

«Фермер мәктәбе» тыңлаусылары теоретик әҙерлектән тыш, хужалыҡтарҙа хоҡуҡи өлкәне алып барыу, финансҡа ҡоролған бизнес-моделдәр, маркетинг нигеҙҙәрен, яңы агротехнологияларҙы, ауыл хужалығы тармағының әйҙәүсе предприятиеларының эш тәжрибәһен, ҙур холдингтар менән кооперациялау алымдарын өйрәнәсәк. Курс һуңында һәр тыңлаусы бизнес-план яҡлай.

Фото №1 - «Россельхозбанк»тан федераль белем биреү проекты

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ