Башҡортостандан Донбассҡа 30-сы гуманитар ылау юлға сыҡты

Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһына 4 йөк машинаһы һәм өс еңел автомобиль оҙатылды.

Быға тиклем төбәккә 2 мең тонна аҙыҡ-түлек, дарыу, кейем, төҙөлөш материалдары һәм башҡалары ебәрелде. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, Башҡортостан Донбасҡа ярҙам күрһәтеүен артабан дауам итәсәк.

Фото №1 - Башҡортостандан Донбассҡа 30-сы гуманитар ылау юлға сыҡты

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ