Башҡортостанда мобилизация штабы булдырылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров шул турала белдерҙе. “Президент Владимир Путиндың өлөшләтә мобилизация тураһында ҡарарын тулыһынса хуплайбыҙ. Башҡортостанда махсус хәрби операция уҙғарыу кәрәклеген аңлайҙар. Беҙҙең республикала Юғары баш командующий указы үтәлеше буйынса эште ойоштороу өсөн мобилизация штабы булдырылды. Дәүләт башлығы ҡуйған бурысты һөҙөмтәле һәм ваҡытында үтәүебеҙгә ышанам”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. 21 сентябрҙә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде. Уның барышында резервта булған 300 меңдән ашыу хәрбиҙе саҡырыу ҡарала. 

Фото №1 - Башҡортостанда мобилизация штабы булдырылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ