Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар торлаҡ сертификаты менән тәьмин ителәсәк

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бөгөнгө ултырышта ошо турала закон ҡабул итте. Көн тәртибенә дүрт тиҫтәнән ашыу мәсьәлә сығарылды, уларҙың яртыһы тиерлек республика закон проекттары. Пленар ултырышта ҡаралған төм мәсьәләләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортаж.

Көҙгө сессиялағы тәүге ултырыш «Хөкүмәт сәғәте»нән башланды. Ул торлаҡ фондының һәм коммуналь комплексының көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлегенә арналды. Депутаттар артабан 40-тан ашыу мәсьәләне тикшерҙе. Шуларҙың береһе етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү.

Торлаҡ сертификатының суммаһы 2 миллион ярым һум. Киләсәктә уның менән инвалид бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә лә файҙалана аласаҡ. Бынан тыш, халыҡ һайланыусылары республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын да тикшерҙе. Быйыл бюджеттың килем өлөшө 272 миллиард, ә сығымдар 296 миллиард һум күләмендә билдәләнгән.

Әле республикала 70 йәште уҙыусыларға – капиталь ремонт өсөн иғәнә суммаһының 50 проценты, 80 йәштән һуң 100 процент компенсациялана. Әммә быйыл льготалар тураһында закон ғәмәлдән сыға. Шуға ла көн тәртибенә был ташламаларҙы оҙайтыу мәсьәләһе сығарылды.

Бер юлы өс уҡыуҙа үҙ ирке менән Украина биләмәһенә китеп һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында закон проекты ҡабул ителде. Уға ярашлы, мәрхүмдең туғандары республиканан 2 миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ.

Фото №1 - Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар торлаҡ сертификаты менән тәьмин ителәсәк

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ