Уны шәйех, ислам эштәре буйынса Юғары совет президенты Абдулрахман бин Мөхәммәт әл Хәлифә етәкләй. Осрашыуҙа сауҙа-иҡтисади һәм гумантитар бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Республика Башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда дин-ара татыулыҡты нығытыуға, традицион исламда үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. - Һуңғы 30 йыл бөтә Рәсәйҙә мосолмандарҙың рухи күтәрелеү осоро булды, тине Радий Хәбиров.







