Стәрлетамаҡта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлыҡтар арта

«Балалар – беҙҙең бәхетебеҙ» инклюзив үҙәге быйыл Президент гранты фондынан аҡса йәлеп итеүгә ирешкән.

2 миллион һумлыҡ грант үҙәктә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн белемен арттырыуға һәм уларҙы эш хаҡы менән тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк. Бында ике тиҫтәгә яҡын аҡыл етешһеҙлеге менән яфаланған бәләкәй малай-ҡыҙҙар тәрбиәләнә.

Үҙәктә кескәйҙәр уҡырға, яҙырға өйрәнеп мәктәпкә әҙерлек үтә, физик һәм аҡыл кимәлен үҫтереүсе күнекмәләр менән шөғөлләнә. Белгестәр һәр бер балаға ҡарата индивидуаль алымдар ҡулланыуға иғтибар бүлә. Ойошма вәкилдәре йәмәғәт эшмәкәрлеге лә алып бара.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлыҡтар арта

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ