Бахрейн Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә асыҡ

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Бахрейн короллегенең ислам эштәре буйынса юғары советы президенты, шәйех Абдулрахман бин Мөхәмәт Әл Хәлифә белдерҙе.

Өфөгә ул Волга буйы Болғарҙарының ислам динен ҡабул итеүҙең мең бер йөҙ йыл тулыуы уңайынан ойошторолған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу маҡсатында килгән.

Осрашыу барышында ике яҡлы сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлек юлдары ла ҡаралды. Башҡортостан башлығы республикала конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.

Фото №1 - Бахрейн Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә асыҡ
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ