Өфөлә Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыл тулыуға һәм Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә Назаратына ҡырҡ йыл рәйеслек итеүенә арналған тантаналы саралар дауам итә.
«Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы Рәсәй төбәктәренән тыш, тағы ла егерме илдән ярты меңгә яҡын дин, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, ғалим, тарихсыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Күләмле сара сиктәрендә Рәсәй ислам университетының яңы корпустарын асыу тантанаһы ла үтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Классик ислам ғилеме таратыласаҡ изге урында тәүге тапҡыр Ҡөръән уҡыла. Рәсәй ислам университетының яңы корпустары асылыуы – мосолман халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға. Был бинаға йөҙгә яҡын шәкерт көндөҙгө бүлектә уҡырға ҡабул ителәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тантаналы сарала ҡатнашып, юғары уҡыу йортоноң ил кимәлендә иң ҙур дини белем биреү үҙәктәренең береһе булыуын билдәләне.
Уҡыу корпустары Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты биләмәһендә урынлашҡан. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин объект төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был эштә айырыуса республика көслө терәк булған.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров дин әһелен «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләп, юғары уҡыу йортоноң яңы биналары менән танышты. Дәрестәр ойоштороласаҡ кабинеттар интерактив таҡта һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бай фондлы китапхана, ашхана, ятаҡ та бар.
Волга буйы Болғарының ислам ҡабул итеүенә 1100 йыл тулыуға арналған тағы ла бер күләмле сара. «Торатау» конгресс холлында «Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Тарихи дата Рәсәй президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы ил кимәлендә киң билдәләнә. Өфөгә сит илдәрҙән дә күренекле дин әһелдәре килде.
Конференцияның пленар өлөшөндә сит ил ҡунаҡтары һәм Башҡортостандың төрлө конфессия вәкилдәре сығыш яһаны. Әйтәйек, Салауат һәм Күмертау епископы Николай үҙ сығышында конференцияны ил президентын, республика башлығын, Рәсәй армияһы менән флотты ҡеүәтләүсе сара булыуын билдәләне. Ниндәй генә милләттән, диндән булмаһын, Ватанды һаҡлауға барлыҡ халыҡтар берләшә.
Конференция сиктәрендә һирәк осрай торған дини баҫмалар, Башҡортостанда ислам үҫешенә арналған тарихи материалдар халыҡ иғтибарына сығарылды. Экспозицияға 1813 йылда ҡулдан яҙылған Ҡөръән дә ҡуйылған.
Былтыр Рәсәй мосолмандары Диниә назараты башланғысы менән Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы ла булдырылғайны. Унда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Белоруссия мосолмандары ла ҡушылды. Тарихи мираҫты һаҡлау йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыла. Бөгөн илебеҙҙә егерме миллиондан ашыу мосолман йәшәүе билдәле, уларҙың ундан бер өлөшө тап Башҡортостанда.
Гөлназ Хәйбуллина





