Башҡортостанға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан ваҡытлыса күсеп килгәндән һуң мәшғүллек үҙәге хеҙмәте ярҙамында үҙ һөнәрен тапҡан граждандар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Башҡортостанға ваҡытлыса күсеп килгән Ирина Юрьевна 1 сентябрҙән Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан 62-се лицейҙа эш башлаған. Баш ҡаланың шифахана-профилакторийҙарының береһендә ике бәлиғ булмаған балаһы менән йәшәгән инглиз теле уҡытыусыһына Өфө мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшкә урынлашырға ярҙам иткән. Инглиз телен уҡытыу өлкәһендә 16 йыл тәжрибәһе булған уҡытыусы үҙ һөнәре буйынса эш табыуына сикһеҙ шат.
Олеся Филимонова ла иртә менән яңы эш урынына ашыға. Парикмахер-универсал Өфөгә Донецк ҡалаһынан 12 йәшлек үҫмер ҡыҙы менән бергә ваҡытлыса күсеп килгән. Балаһы менән уға «Речные зори» шифаханаһында йәшәргә урын бүленгән. Ҡыҙы 1 сентябрҙән Өфөнөң 56-сы мәктәбендә белем ала, ә үҙе Өфө мәшғүллек үҙәге аша парикмахер һөнәре буйынса эшкә урынлашҡан.
Сәс ҡырҡтырыусылар Олеся Филимонованың һөнәри оҫталығын, етеҙлеген юғары баһалай. Клиенттары араһында киләсәктә тап уға йөрөргә теләк белдереүселәр ҙә бар.
Өфө мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында 387 Луганск, Донецк халыҡ республикаһы граждандары менән эш алып барған. Улар араһынан 63 кеше рәсми рәүештә эшкә урынлаштырылған.
Өфө ҡалаһы мәшғүллек үҙәге хеҙмәте белгестәре Луганск, Донецк халыҡ республикаларынан Башҡортостанға ваҡытлыса күсеп килеүсе граждандарҙы социаль мәсьәләләрҙе хәл иткәндә консультациялар менән тәьмин итеү, ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырыу буйынса ҡала хакимиәте менән бергә эшләй.
Актуаль вакансиялар менән таныштырыу маҡсатында бөтәһе 16 вакансия йәрминкәһе үткәрелгән. Башҡортостанға үҙаллы килеп урынлашҡан 197 граждан менән дә бәйләнештә торалар. Был граждандарға элек эшләгән һөнәре буйынса эш тәҡдим итеү һәм эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре лә булдырыла.
Гүзәл Борханова






