Республика баҫыуҙарында уңыш йыйыу эштәре тамамлана. Дәүләкән районында Ноғомановтар ғаиләһе фермер хужалығы баҫыуҙарынан уңыш йыйып алынған. Иҫке Мерәҫ ауылында Ноғмановтар ғаиләһенең ярҙамсы хужалығы 20 йыл уңышлы эшләй. Улар 820 гектар ерҙә бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерә. Хөсәйен Сабирйән улы башлаған кәсеп менән бөгөн ейәне Айҙар Ноғоманов шөғөлләнә. “Ер эше миңә бәләкәйҙән яҡын. Алға ҙур ниәттәр менән йәшәйбеҙ”, ти ул.




