Бөгөн “Торатау” Конгресс-холы янындағы майҙанда митинг-концерт ойошторола. Ул Донбасс республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә Рәсәй составына инеү буйынса референдум үткәреүгә теләктәшлек белдереү сараһы. Ғафури урамының Пятигорский урамынан алып Зәки Вәлиди урамына тиклемге өлөшө ябылды. Зәки Вәлиди урамының Ғафури урамынан алып Аксаков урамына тиклемге арауығында, шулай уҡ Генерал-губернатор Перовский һәм Яр буйы урамдарында машиналар хәрәкәте тыйылды. Сикләүҙәр киске сәғәт алтыға тиклем ғәмәлдә була. Сара уҙғарыуға бәйле, “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда автомобиль ҡалдырыу рөхсәт ителмәй.







