“Уның батырлығы менән ғорурланам”.
Украинала хәрби операцияла һәләк булған Салауат районы егете Илнур Хөснөтдиновтың атаһы Рәлиф Нил улы шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Өфөлә үткән митинг-концертта сығыш яһаны. Рәлиф Хөснөтдинов Афған һуғышы ветераны, бер нисә тапҡыр Донбасҡа гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнашҡан.
Илнур Хөснөтдиновҡа хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн, үлгәндән һуң, Рәсәйҙең - Ҡаһарманлыҡ һәм Башҡортостандың Миңлеғәли Шайморатов ордены тапшырылған.







