Өфөлә “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда “Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай” тип аталған митинг-концерт ойошторолдо. “Беҙҙе уртаҡ маҡсаттар берләштерә. Бөгөн Башҡортостан егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнаша, хәрби бурысын үтәй. Улар дошманға ҡаршы ҡыйыу алыша, тыуған илебеҙҙе һаҡлай ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Социологик тикшеренеүҙәр буйынса, Донецк халыҡ республикаһында йәшәүселәрҙең – 94 проценты, Луганск Халыҡ республикаһында халыҡтың 93 проценты Рәсәйгә ҡушылыуҙы хуплай. Запорожьела ундайҙар – 87, Херсон өлкәһендә – 80 процент. Бөгөн был төбәктәрҙә референдум башланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Митинг-концертта танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәева, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Тимур Рамазанов, Рәмил Баҙамшин, Карина Низамова, шулай уҡ төркөмдәр сығыш яһаны. Тамашаны 20 мең самаһы кеше ҡараны.







