Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов бөгөн шулай тип белдерҙе. Ул Өфөлә үткән “Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай” тип аталған митинг-концертта сығыш яһаны.
Бөгөн Донбасс республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә референдум башланды. Халыҡ Рәсәй составына ҡушылыу буйынса тауыш бирә. “Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Беҙҙең көс – берҙәмлектә”, - ти блогер, спортсы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Нәбиев.
Башҡортостан Донбасҡа генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ике батальон оҙатты. Бөгөнгө митинг-концертта 20 мең самаһы кеше ҡатнашты.







