Рядовой Андрей Ромащенков менән Изгар Шәйхисламов хәрби хәрәкәттәрҙә батырҙарса һәләк була.
Яҡындары тыныслыҡ өсөн ғүмерен йәлләмәгән һалдаттарҙың икеһен дә ысын патриот, изге күңелле кеше итеп тасуирлай. Егеттәр бала саҡтан уҡ хәрби булырға хыялланған.
Президент указы буйынса Изгар Шәйхисламовтың батырлығы үҙе һәләк булғандан һуң «Ҡаһарманлыҡ» ордены менән баһаланды. Награданы һалдаттың тормош иптәше Алина Шәйхисламоваға Иглин районы хакимиәте башлығы тапшырҙы. Матәм митингы мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалыу һәм геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыу менән тамамаланды.
Рәзилә Ғиниәтуллина







