Башҡортостанда СИБУР компанияһы ПЭТ-гранула етештереү майҙансығын сафҡа индерҙе

«Полиэф»тың яңы ҡеүәттәре ярҙамында йыл һайын бер миллиард ете йөҙ миллион пластик һауыт ҡабаттан эшкәртеүгә ебәреләсәк. «Йәшел» производствоны асыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Сара сиктәрендә инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы предприятие һалым преференциялары ала. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Фандоматҡа төшөрөлгән пластик һауыттар – яңы производствоның сафҡа индерелеү билдәһе. «Полиэф» компанияһында икенсел сеймал ҡушып, ПЭТ-гранула етештерелә башланы. Был төр продуктта ҡабаттан ҡулланылған полимерҙың күләме 25-30 процентҡа тиклем етә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «йәшел» производство мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

Юғары технологиялы производствоға старт бирелеүе илдә ПЭТ эшкәртеү күләмен ун процентҡа арттыра. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко билдәләүенсә, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект экология модернизацияһы буйынса иң яҡшы миҫал һанала. Тулы циклдағы етештереү майҙансығы булдырылған.

«Йәшел» производство өсөн флекс, йәғни таҙартылған һәм ваҡланған пластик һауыттар ҡулланыла. Проект ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң бында йылына 144 мең тоннаға тиклем икенсел сеймаллы пэт-гранула етештерелә башлай. Шул уҡ ваҡытта ҡабаттан эшкәртелгән полимер күләме 34 мең тоннаға тиклем етәсәк. Сағыштырып ҡарағанда, был ҡулланыуҙа булған миллиард ете йөҙ миллион пластик һауыт.

«Яңы ҡорамалдар сәнәғәт-һынау тәжрибә этаптарын уңышлы үткән. Барлыҡ тикшеренеүҙәр ҙә икенсел сеймал ҡулланылған пэт грануланың техник һәм файҙаланыу күрһәткестәр буйынса беренсел полимерҙан бер ҙә ҡалышмауын күрһәткән. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге норма талаптарына тура килә.

Пэт-гранула эсемлек һәм туҡланыу ризыҡтары өсөн төрөү материалы булараҡ ҡулланыла. Әйткәндәй, яңы производство майҙансығын булдырыуға дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды ла ярҙам иткән.

«Полиэф» компанияһы быйыл апрелдә ҡояш электр станцияһын да сафҡа индергәйне. Был линия яңы асылған етештереү майҙансығын да энергия менән тәьмин итәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре юғары булыуын билдәләне.

«Полиэф»та тормошҡа ашырылған инвестиция проекты төрөү материалдары етештереүселәре өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Компания етәкселеге билдәләүенсә, популяр брендтарҙан да икенсел сеймал ҡулланылған пэт-гранулаға ҡарата ихтыяж булыуын билдәләне.

Сара аҙағында предприятиеға һалым преференциялары буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды.

Фото №1 - Башҡортостанда СИБУР компанияһы ПЭТ-гранула етештереү майҙансығын сафҡа индерҙе

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ