Юғары сифатлы медицина. Стәрлетамаҡ ҡалаһында яман шеш ауырыуҙарын тикшереү өсөн ПЭТ технолоджи үҙәге асылды. Теүәл диагностика үткәреү өсөн ҡаралған компьютер томографияһында тикшереү үтеү бушлай ойошторола.
Үҙәктә республиканың көньяҡ райондарында һәм ҡалаларында йәшәүсе пациенттар хеҙмәтләндерелә башланы. ПЭТ технолоджи үҙәге мөмкинлектәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Рәсәйҙең ун ҡалаһында ғына булған ПЭТ технолоджи үҙәктәренең икәүһе - Башҡортостанда. Өфөнән башҡа позитрон-эмульсион компьютер томографияһы үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла асылды. Теүәл диагностика үткәрергә мөмкинлек биргән ҡоролмалар халыҡ-ара стандарттар буйынса хәүефле сирҙе дауалау ысулдарын билдәләргә ярҙам итә.
Ике сәғәт дауамында компьютер томографияһы тикшереүе үтәсәк пациенттың бөтә күҙәнәктәрен күрер өсөн махсус ҡатнашма ҡаралған. Яман шеш, йөрәк ҡан-тамырҙары сирҙәрен асыҡлау йүнәлешендәге иң алдынғы технология ауырыу күҙәнәктәрҙе молекуляр кимәлдә үк күрһәтә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ПЭТ-технолоджи эшмәкәрлеге менән танышып теүәл диагностика үҙәген асыу төбәктә онкология менән көрәш өсөн һөҙөмтәле алым буласаҡ тип белдереҙе. Инвестиция проекты буйынса үҙәкте булдырыуға 240 миллион һум аҡса йүнәлтелде.
Башҡортостан яман шеш һәм кардиология сирҙәрен асыҡлау өсөн ПЭТ-тикшереүҙе ҡуллана башлаған тәүге төбәктәр рәтендә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы урындағы халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләү, хәүефле сирҙе мөмкин тиклем иртә асыҡлау медицина йүнәлешендәге өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора.
Флорида Ким




