Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Тимер юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре күрһәтмә рәүештә. Инспектор хәүефле урында йөрөү эҙемтәләрен манекенда күрһәтә. Был кескәйҙәргә мәғлүмәт еткереүҙең иң һөҙөмтәле ысулы, моғайын. Тимер юл транспорты менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында бындай саралар даими рәүештә ойошторола.

Сараны ойоштороу урыны итеп Стәрлетамаҡ үҙәгендә урынлашҡан участка осраҡлы һайланмаған. Бындағы үткәүел аша көн һайын яҡындағы ойошма хеҙмәткәрҙәре, урындағы сауҙа үҙәгенә йөҙләгән кеше үтә. Яңыраҡ бәхетһеҙ осраҡ та теркәлгән. Поезд аҫтында ҡалған ирҙең иҫерек булыуы билдәле. 5 йыл элек булған хәлде лә хәтерләүе ҡурҡыныс. 50 йәшлек ирҙе яҡынлашып килгән поездан ҡотҡарам тип ҡатын ярҙамға ташлана. Бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк була. Ошондай осраҡтар күңелһеҙ статистиканы арттыра.

Тимер юлдарҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙын төп сәбәбе – граждандар иғтибарһыҙлығы. Хәүефле зонала телефон һәм ҡолаҡсындар менән йөрөүселәр ҙә аҙ түгел. Бынан тыш, үткәүелдән велосипед йәки башҡа транспортта үтеү тыйыла. Тимер юл аша тик рөхсәт ителгән ерҙән генә үтергә кәрәк.

Республика Тимер юлдарында йыл һайын тиҫтәләгән кеше ауыр йәрәхәттәр ала. Үлем осраҡтары ла аҙ түгел. Юғары хәүеф зонаһында мөмкин тиклем иғтибарлы һәм уяу булыу мөһим. Сөнки Тимер юлда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙән йәйәүленең һаулығы ғына түгел, ғүмере тора.

Фото №1 - Балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләп

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ