Кеше анатомияһы кафедраһына туҡһан йыл

Ошо уңайҙан бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сараға илдең төрлө төбәктәренән медицина өлкәһе белгестәре йыйылды.

Кеше анатомияһы кафедраһы тотош медицинаның нигеҙе. Уның уңыштары Рәсәйҙә генә түгел, ил кимәлендә билдәле. Кафедраны юбилейы менән ҡотларға хеҙмәттәштәре килде. Күләмле сара менән бер рәттән бөгөн Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған эшмәкәре Вәсилә Ваһапованың 80 йәшлек юбилейы билдәләнде.

Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы 50 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй, педиатрия факультеты деканы, кеше анатомияһы кафедраһы мөдире була. Уның быуындарҙы дауалауға бағышланған фәнни асыштары донъя кимәлендә танылыу яулаған.

Фото №1 - Кеше анатомияһы кафедраһына туҡһан йыл

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ