Уға 70 йәш ине. Өлфәт Ҡобағошов Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Уның эштәре Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларын биҙәй. Өлфәт Ҡобағошов "Зөһрә ҡыҙ" скульптура композицияһы, "Урал Батыр" эпосы буйынса монументаль проект, Кинйә Арыҫланов, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Исмәғил Тасимов, Баязит Бикбай, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди, Һәҙиә Дәүләтшинаға һәйкәл-бюстар авторы.







