Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм ҡала һәм район башлыҡтары менән мобилизация буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Был эште ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Төп принцип - Шайморатов вариҫтары үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай. Шуға хәрби әҙерлек үтеү урындарында Республика Башлығы вәкилдәре тәғәйенләнә, улар килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә, тейешле доклад бирергә тейеш була. - Яҡташтарыбыҙ сифатлы әҙерлек үтһен өсөн бөтә көсөмдө һалам. Был әҙерлек хәрби бурысты һөҙөмтәле үтәргә булышлыҡ итә, - тине Радий Хәбиров.







