Бөгөн “Юлдаш” – республика тауышы. Ул Башҡортостанды бөтә донъяға таныта. Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ уға айырыуса рәхмәтле. Улар эфир аша көн һайын тыуған телендә хәбәрҙәр ҡабул итә, йырҙар тыңлай. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова шундай фекерҙә.







