Башҡортостанға Донбасстан мәжбүри күсеп килеүселәр референдумда ҡатнашасаҡ

Һәр бер тауыш мөһим. Башҡортостанға Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән мәжбүри күсеп килеүселәр тыуған ерҙәрен Рәсәй составына индереү мәсьәләһе буйынса ойошторолған референдумға ҡушылды.

23 сентябрҙән 26-на тиклем күсмә тауыш биреү пунктары булдырыла. Донбасстан Иглин районына егермегә яҡын кеше күсенеп килгән, теркәү урыны буйынса улар ҙа республикалары өсөн мөһим булған ваҡиғаға үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Күсмә тауыш биреү майҙансығында күҙәтеүселәр ҙә эшләй. Бюллетендәр һәр төбәк өсөн айырым йәшниктәргә һалына.

27 сентябрҙә референдумға бәйле Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында стационар тауыш биреү пункттары ойошторола. Баш ҡалала үтәсәк һайлау майҙансығын бөгөн Халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә ҡарап сыҡты. Сит ил вәкилдәре участка комиссияһы ағзалары менән әңгәмәһендә тарихи ваҡиғаға әҙерлекте юғары кимәлдә булыуын билдәләне.

Фото №1 - Башҡортостанға Донбасстан мәжбүри күсеп килеүселәр референдумда ҡатнашасаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ