Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башланды

Был турала бөгөн социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, акция йылына ике тапҡыр, яҙғы һәм көҙгө миҙгелдә үтә.

Быйыл ул 8 октябргә тиклем дауам итә. Башҡортостан халҡы яңы аллеялар, ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртыу өсөн өмәләргә сыҡты. Өфөлә быйыл көҙ 3 мең ағас һәм 11 мең ҡыуаҡ үҫентеһе ултыртыу планлаштырылған. Баш ҡала бөгөн генә бер нисә тиҫтә яңы аллея барлыҡҡа килде.

План буйынса Башҡортостанда барлығы 47 мең үҫенте, шуларҙың 14 меңе ҙур ағас ултыртыу ҡарала. Уларҙың 2 мең ярымы ҡартайған йәки һынған ағас урынына ултыртыла, тип билдәләгән Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығы өмәләрҙә ҡатнашҡан республика халҡына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Фото №1 - Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы  башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ