Башҡортостандың ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә буйынса, бөгөн ашлыҡ һуғыу планының 95 проценты үтәлгән. Уртаса гектар ҡеүәте 29,4 центрнерҙы тәшкил итә. Стәрлетамаҡ, Илеш һәм Мәләүез районы ауыл хужалыҡтары иген культураһын 200 мең тоннанан ашыу күләмдә башҡарған. Саҡмағош районы эшсәндәре урып-йыйыуҙы тамамлау алдында. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Комбайндар баҫыу иңләй. Ул һүҙҙә түгел, бигерәк тә ғәмәлдә күренә. Саҡмағош районы ауыл эшсәндәре быйылғы уңышҡа һөйөнөп бөтә алмай. Хаттаки, алтын башаҡтарҙан күҙҙәр сағыла. Шуға ла комбайнсылар ҡара күҙлектәрҙә заман техникаһына атланып эш итә.
Күңелле йәйҙәрҙән алтын көҙҙөң һәр сыуаҡ көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша. Шуға ла баҫыуҙа эштең тынғаны юҡ. «Ленин» исемендәге ауыл хужалығы эшсәндәре көҙгө бойҙай сәсеү менән мәшғүл. Киләһе йыл игенселек тармағының ни тиклем табышлы булыуын көҙҙән сәселәсәк ужым культураларына ҡарап билдәләнә. Шуға ла ер кешеләре эштең еренә еткереп эшләнеүе яҡлы.
Игенселәр тырышлыҡ, күп көс һалып үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу маҡсатында эшләй. «Лида» комбайны бункерҙары гәрәбәләй иген бөртөктәре тулыу менән, йөк машиналарына бушата. Төбәктең бер ауыл хужалығында тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Сөнки, техника паркы алдан хәстәрләнгән.
Азат Ғәлиуллин




