Өфөлә «Татлы бал» йәрминкәһе уҙҙы

Ленин исемендәге майҙанда шифалы ризыҡтың төрлө сорттарын, ҡортсолоҡ продукцияһын, сувенирҙар һатып алырға мөмкин.

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән йүнселдәр йүкә, сәскә, солоҡ балы тәҡдим итә. Ҡунаҡтар иғтибарына ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр ҙә әҙерләнгән. Теләгән һәр кем татлы продукцияны тәмләп ҡарап, уның составы һәм файҙаһы тураһында әңгәмәләрҙә ҡатнаша ала.

Сара сиктәрендә «Иң яҡшы күргәҙмә», «Иң тәмле бал» кеүек номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Татлы байрам йәкшәмбе лә дауам итәсәк.

Фото №1 - Өфөлә «Татлы бал» йәрминкәһе уҙҙы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ