Барлыҡ эштәр «Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу» республика проекты сиктәрендә башҡарыла. Проект өсөн республика ҡаҙнаһынан 59 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Уҙған быуаттың 75-се йылдарында үҙ ишеген асҡан колледж күптән яңыртыуға мохтаж. Республика проекты белем биреүгә яңы шарттар тыуҙырыуға мөмкинлек бирә. Әле уҡыу йортонда төҙөкләндереү эштәре башланды. Төп корпусты, оҫтаханаларҙы ремонтлау өсөн 6 бригада йәлеп ителгән.
Әле уҡыу йортонда ҡыйыҡтар, бинаның тышҡы йөҙө яңыртыла. Тәҙрәләр, иҙән, электр селтәрҙәре алыштырыласаҡ. Колледж хеҙмәткәрҙәре лә ремонт эшенә әүзем ҡушылды.
Ауыл хужалығы тармағына, сәнәғәт өлкәһенә кәрәкле эшсе һөнәрҙәр әҙерләгән колледж бөгөн дә сығарылыш класс уҡыусылары араһында ҙур һорау менән ҡулланыла. Ә заманса яңыртылғандан һуң бында уҡыуы икеләтә ҡыуаныслы буласаҡ.
Раушания Рәхимова







