Проект хаҡы – 60 миллион һумдан ашыу.
Мәғариф учреждениеһы училище булараҡ 1934 йылда комбайнсылар әҙерләү маҡсатында эш башлай. Биналар 80-се йылдарҙан ремонт күрмәгән. Төҙөлөш планына ярашлы, уҡыу корпусы һәм дөйөм ятаҡтың тулыһынса ишек-тәҙрәләрен алыштырыу, тышҡы һәм эске биҙәкләү эштәре ҡаралған.
Бөгөн Ҡариҙел районындағы филиал менән бергә коллежда 400-ләп студент белем ала. Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто араһында төҙөлгән килешеү ҙә бөгөн үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Азат Ғәлиуллин




